Бәләкәй балалар менән авиасәйәхәт тураһында нимә белергә кәрәк? Башҡортостан Республикаһының Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы белгестәре аңлата.
Билеттар.
Ата-әсә 12 йәшкә тиклемге балалары өсөн авиабилеттар һатып алыуға 25 процентҡа тиклем ташлама алырға мөмкин. Билеттың аныҡ хаҡын авиакомпанияла асыҡларға кәрәк.
Ике йәшкә тиклемге сабыйҙар Рәсәй буйлап - бушлай, ә сит илдәргә 90 процент ташлама менән оса. Айырым урын кәрәк булһа, балалар тарифы буйынса түләргә тура киләсәк.
Бортта.
Ҡайһы бер авиакомпаниялар сабыйҙар өсөн бишек бирә ала. Бындай мөмкинлекте алдан уҡ асыҡлағыҙ.
Үҙең менән самолетҡа нимә алырға?
Әгәр ҡулдағы йөк габариттарына тап килһә, салонға йыйылмалы ыҡсым ғына балалар коляскаһы һәм, ҡул йөгө нормаһынан тыш, бала өсөн туҡланыу продукттары алырға мөмкин.
Билет һатып алыр алдынан рөхсәт ителгән иң ҙур габариттарҙы һәм башҡа шарттарҙы белешегеҙ – һәр бер авиакомпанияла улар төрлөсә.
👶 Өлкәндәрһеҙ осорға яраймы?
12 йәшкә тиклемге балалар өлкәндәрһеҙ оса алмай, шуға күрә авиакомпаниялар ике йәштән өлкән балаларҙы оҙатыу хеҙмәте күрһәтә.
Йөк ташыусының вәкиле пассажир теркәлгәндән һуң осоу алды контролен үтергә ярҙам итә һәм самолетҡа тиклем оҙата. Артабан баланы бортпроводниктар ҡарай.
Бындай хеҙмәтте рәсмиләштереү өсөн авиакомпанияға туранан-тура мөрәжәғәт итергә һәм билет һатып алыр алдынан ғариза яҙырға кәрәк. Ата-әсәнең паспортын һәм бала тыуыу йәки уллыҡҡа алыу тураһындағы таныҡлыҡты алдан әҙерләгеҙ. Оҙатып йөрөү хеҙмәтенең хаҡы төрлө йөк ташыусыла төрлөсә булыуы мөмкин.
Рәсәйҙән ситкә үҙаллы осоусы 18 йәшкә тиклемге пассажирҙар, сит ил паспортынан тыш, ата-әсәһенең нотариаль рәүештә рәсмиләштерелгән ризалығын алырға тейеш, унда илдән сығыу ваҡыты һәм барырға йыйынған дәүләт күрһәтелергә мөмкин.
❗Тулыраҡ мәғлүмәт менән Мостай Кәрим исемендәге «Өфө» халыҡ-ара аэропорты сайтында (www.airportufa.ru) һәм рәсми төркөмөндә танышырға мөмкин.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан