2020 йылда республика етәксеһе Хәйбулла районы буйлап эш сәфәре барышында Аҡъяр ауылында яңы һыу үткәргес төҙөй башларға ҡушҡайны. Әлеге насос станцияһы 1990 йылда төҙөлгән. Ауыл ҙурайғас, һыу менән тәьмин итеүгә бәйле проблемалар килеп тыуған. Йәй көнө район үҙәгенең бер өлөшө һыуһыҙ интеккән.
Яңы насос станциялары төҙөлөшө Республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә алып барылды. Объекттың хаҡы 86 миллион һум тәшкил итте. Бөгөн Радий Хәбиров эш сәфәре барышында башҡарылған эштәргә баһа бирҙе.
Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов әйтеүенсә, бөтәһе ете өҫтәмә насос һәм 1000 кубометр һыйҙырышлы һауыт, һыуҙы зарарһыҙландырыу өсөн ультрафиолет лампалар ҡуйылған һәм 5 километрға яҡын яңы һыу селтәрҙәре һуҙылған. Район үҙәге халҡы йыл әйләнәһенә сифатлы эсәр һыу менән тәьмин ителгән.
«Миңә райондарҙа физкультура-һауыҡтырыу комплексы йәки мәҙәни объект төҙөргә тәҡдим итәләр, ә халыҡтың һыуы, газы йәки электр юҡ икән, нимә хаҡында һүҙ барырға мөмкин? Беҙ төп мәсьәләләрҙе хәл итергә тейешбеҙ. Минеңсә, ошо йәһәттән башлыҡ менән һәйбәт эшләнек. Бер-ике йыл элек килгәнемдә халыҡтың йәй йыш ҡына һыу булмай, тип һөйләгәнен хәтерләйем. Хәҙер йәй көнө һыу булыр», - тине Радий Хәбиров, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының һорауына яуап биреп.
Автор:Азат Ғиззәтуллин