Яңылыҡтар
17 Января 2024, 04:10

Башҡортостанда кемдәргә контракт буйынса бер тапҡыр бирелә торған түләү алырға мөмкин

-

Башҡортостанда кемдәргә контракт буйынса бер тапҡыр бирелә торған түләү алырға мөмкинБашҡортостанда кемдәргә контракт буйынса бер тапҡыр бирелә торған түләү алырға мөмкин
Башҡортостанда кемдәргә контракт буйынса бер тапҡыр бирелә торған түләү алырға мөмкин

Башҡортостан Хөкүмәте хәрбиҙәрҙең айырым категорияларына бер тапҡыр бирелә торған аҡсаны түләүгә ҡағылышлы үҙгәрештәрҙе раҫланы. Документ Башҡортостан Республикаһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Документта 2023 йылдың 10 ноябренән һуң, 2023 йылдың 31 декабренән дә һуңға ҡалмайынса, Рәсәй Федерацияһының ҡораллы көстәрендә хәрби хеҙмәт үтеү тураһында контракт төҙөгән мобилизацияланғандар хаҡында әйтелә. Үҙгәрештәр ошо уҡ осорҙа Башҡортостанда урынлашҡан хәрби комиссариаттар йәки хәрби частар менән контрактҡа ҡул ҡуйғандарға һәм саҡырыу буйынса хеҙмәт итеү урынына контракт буйынса хеҙмәтте һайлағандарға ла ҡағыла.

 

Бынан алдараҡ «Башинформ» агентлығы Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың реабилитациялауға сертификаттар алырға хоҡуҡлы булыуы тураһында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2024-01-16/v-bashkirii-utochnili-kto-mozhet-poluchit-edinovremennuyu-vyplatu-po-kontraktu-3605035

Автор:Эдуард Ҡусҡарбәков.
Фото:Эдуард Ҡусҡарбәков
Автор:
Читайте нас