М-5 «Урал» трассаһында йөк машиналары өсөн хәрәкәт сикләнде. «Урал буйы» юл идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 16 ғинуарҙа иртәнге сәғәт 10-да Ырымбур өлкәһендә, Татарстанда, Башҡортостанда М-5 «Урал» автомобиль юлында 1194+500 саҡрымдан (Төньяҡ, Ырымбур өлкәһе торама пункты) 1370+000 саҡрымға тиклем (Иҫке Бүздәк) пассажир автобустары, маршрут таксиҙары, йөк транспорты өсөн хәрәкәт ябыла.
Был саралар насар һауа торошоноң үҙгәреүенә — буран сығыуға, көслө ҡар яуыуына бәйле.
Юл асылғас, хәбәр итербеҙ, тип белдерҙеләр юл ведомствоһында.