Шыршыларҙы ғәҙәти сүп-сар контейнерҙарына ташларға ярамай, сөнки улар ҡаты коммуналь ҡалдыҡ тип иҫәпләнмәй. Уларҙы үҫемлек сүп-сарын йәки шыршыларҙы йыйыу урындарына алып барырға кәрәк. Әгәр ундай урындар булмаһа, шыршыны, төбәк операторы хеҙмәткәрҙәренә йәки урам һепереүселәргә ҡатмарлылыҡ тыуҙырмаҫлыҡ итеп, контейнер майҙансығы эргәһенә ҡуйығыҙ.
Ылыҫлы ағастарҙы тәбиғәткә зыян килтермәйенсә утилләштереү өсөн «Шыршыны - юнысҡыға» акцияһында ҡатнашығыҙ. Акция Башҡортостан биләмәһендә 14 ғинуарҙан 28-нә тиклем үтә.
Шуныһы мөһим: ҡупшыҡайҙы тапшырыр алдынан биҙәүестәрен, төргәктәрҙе һәм нығытмаһын алырға кәрәк.
Башҡортостанда шыршыны 2024 йылдың 14 һәм 20 ғинуарында сәғәт 12-нән 15.00 сәғәткә тиклем түбәндәге адрестар буйынса тапшырырға мөмкин:
– Туймазы ҡалаһы, Мичурин урамы, 12 («Магнит» гипермаркеты янында), Фабрика урамы, 14 «А» («Экология Т» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең транспорт участкаһы);
– Октябрьский ҡалаһы, 34-се микрорайон, 25 һәм Баҡса ҡулсаһы, 60 «А» («Плаза» сауҙа үҙәге артында).
2024 йылдың 20 ғинуарында сәғәт 12.00-нән 15.00 сәғәткә тиклем шыршылар түбәндәге адрестар буйынса ҡабул ителә:
– Бәләбәй ҡалаһы, Ҡыҙыл урам, 138
– Дәүләкән ҡалаһы, К. Маркс урамы, 119 (ҡала хакимиәте бинаһы янында)
– Шаран ауылы, Мәктәп урамы, 7 (элекке поликлиника алдында)
– Баҡалы ауылы, Ворошилов майҙаны («Добрый» магазины янында) сәғәт 11.00-ҙән 15.00 сәғәткә тиклем
– Бүздәк ауылы, Интернациональ урам, Үҙәк баҙар майҙаны
– Раевка ауылы, Гагарин урамы, 6.
Өфөлә шыршылар ҡабул иткән адрестар исемлеге - ошонда: vk.cc/ctRuHE
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан