Яңылыҡтар
15 Ғинуар 2024, 16:16

Сибай бейеүсеһенә - юғары хәрби награда

    

Сибай бейеүсеһенә - юғары хәрби наградаСибай бейеүсеһенә - юғары хәрби награда
Сибай бейеүсеһенә - юғары хәрби награда

Әбйәлил районы Асҡар ауылында тыуған, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, Сибай концерт-театр берекмәһенең халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы Наил Шәмсетдинов юғары наградаға лайыҡ булды.

24 йәшлек яҡташыбыҙ алғы һыҙыҡта күрһәткән батырлығы өсөн Суворов миҙалы менән бүләкләнде, тип хәбәр итә учреждениеның матбуғат хеҙмәте. Тейешле указға Рәсәй Президенты Владимир Путин 2023 йылдың 25 декабрендә ҡул ҡуя. Хәрби хеҙмәткәргә награда алғы һыҙыҡта тапшырыла.

Положениеға ярашлы, Суворов миҙалы менән хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе ҡоро ерҙә хәрби хәрәкәттәрҙә, хәрби хеҙмәттә һәм хәрби дежурлыҡта, күнекмәләрҙә һәм маневрҙарҙа ҡатнашҡанда, дәүләт сиген һаҡлау буйынса хеҙмәттә, шулай уҡ хәрби әҙерлектә һәм ялан күнекмәләрендә күрһәткән яҡшы күрһәткестәре өсөн бүләкләйҙәр.   

2022 йылдың көҙөндә Әбйәлил районы йәштәренең Ҡазан ЗАГС-ында законлы никахҡа инеүе тураһынла яҙғайныҡ.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас