Яңылыҡтар
12 Ғинуар 2024, 14:16

Яугирҙең исеме мәңгеләштерелде

Махсус хәрби операция барышында батырҙарса һәләк булған яҡташыбыҙ, Динис Бикбовҡа  Ивановка мәктәбендә мемориаль таҡтаташ асылды.

Яугирҙең исеме мәңгеләштерелдеЯугирҙең исеме мәңгеләштерелде
Яугирҙең исеме мәңгеләштерелде

Бөгөн махсус хәрби операция барышында батырҙарса һәләк булған яҡташыбыҙ, Динис Бикбовҡа  ул тамамлаған Ивановка мәктәбендә мемориаль таҡтаташ асылды.

Сарала район хакимиәте вәкилдәре, яугирҙең әсәһе, апаһы,  туғандары,  уҡытыусылар, уҡыусылар ҡатнашты.

Динис Хаммат улы Ивановка ауылында тыуып үҫкән. 2023 йылдың 12 июлендә контракт төҙөп, парашют-десант ротаһында хәрби хеҙмәт үтә. 21 октябрҙә хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк була. Динис Бикбов  үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән наградлана.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас