Яңылыҡтар
11 Ғинуар 2024, 09:36

Быҙаулыҡта – алтын туй!

.  

Быҙаулыҡта – алтын туй!Быҙаулыҡта – алтын туй!
Быҙаулыҡта – алтын туй!

Быҙаулыҡ ауылында йәшәүсе Йомағужа һәм Сәлимә Исҡужиндарҙың тормош һуҡмағынан бергә атлауҙарына 50 йыл. Ике уңған бергә тура килгәнгә лә, тормош йөгөн бергә тартҡанға ла уларҙың донъялары етеш, ҡотло.

Улар икеһе лә сығыштары менән Йылайыр районынан.Исҡужа ауылынан Сәлимә Фазылйән ҡыҙы 10-сы класты Юлдыбайҙа тамамлап, Сибай медицина училищеһында уҡып сығып, Мәҡсүт ауылы егете Йомағужаға кейәүгә сыға.
Йомағужа Ҡунаҡҡужа улы ишле ғаиләлә үҫкән. Мәктәпте бөтөп, армияла хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас, шофер булып хеҙмәт юлын башлай. Йәштәр эш эҙләп Хәйбулла районына килеп, Быҙаулыҡ ауылында төпләнәләр.
Быҙаулыҡҡа күскәс, Йомағужа Исҡужин “Быҙаулыҡ” совхозында механик булып эшләй. Артабан мәктәптә уҡыусыларҙы машина, трактор йөрөтөү, уларҙы йүнәтеү серҙәренә уҡыта. Сәлимә Фазылйән ҡыҙы балалар баҡсаһында эшләй, ситтән тороп Сибай педагогия училищеһында белем ала.
–Башта медицина һөнәре буйынса уҡыһам да, ул юлдан китмәнем. Ниңәлер педагогия өлкәһе үҙенә тартты, шуға күрә лә хеҙмәт юлымды балалар баҡсаһынан башлағанмындыр. Тәүҙә тәрбиәсе, аҙаҡ ашнаҡсы булдым. 27 йыл эшләп, хаҡлы ялға сыҡтым,– тине Сәлимә Фазылйән ҡыҙы.
Исҡужиндар дүрт бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Бөгөнгө көндә ике улдары ла махсус хәрби операция зонаһында хәрби бурысын үтәй. Өлкән ҡыҙҙары ата-әсәләре менән бергә йәшәһә, кеселәре Йылайырҙа үҙ ғаиләһе менән 4 бала тәрбиәләй. Исҡужиндар йәштәргә оло үрнәк, туғандарына балаларына терәк-таяныс булып йәшәй.
–Ғаилә, эш тип, ғүмерҙең үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалаһың икән. Хәҙер ейән-ейәнсәрҙәрҙе һөйәбеҙ. Бөгөнгө көндә өс ейәндәребеҙ ҙә әрме сафтарында.Уларҙың барыһын да тигеҙ яратабыҙ, үҙҙәре лә, ҡартатай, ҡартәсәй тип кенә торалар,–ти улар.
Бөгөн Исҡужиндар икеһе лә хаҡлы ялда. Сәлимә инәй буш ултырмай. Ҡул эштәре менән булыша. Икеһе лә, йәштәрҙән ҡалышмай, тырышып донъя көтәләр.
Гүзәл Бохарбаева.

Автор:Гузель Бухарбаева
Читайте нас