Яңылыҡтар
11 Ғинуар 2024, 04:45

Башҡортостанда температураның -45 градусҡа тиклем түбәнәйеүе теркәлгән

    

«Бәйләнештә» социаль селтәре Каменка ауылында температура  -45«Бәйләнештә» социаль селтәре Каменка ауылында температура  -45
Каменка ауылында температура -45Фото:«Бәйләнештә» социаль селтәре

Бишбүләк районының Каменка ауылында 11 ғинуар төнөндә термометр температураның -45 градусҡа тиклем түбәнәйеүен теркәгән. Был хаҡта «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге урындағы пабликтар хәбәр итә, Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә лә мәғлүмәт раҫланды.

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, райондың башҡа тораҡ пункттарында ла үтә һыуыҡ булды: Йылболаҡтамаҡ, Айыт -40 градус, Уҫаҡкисеү һәм Баҙлыҡ -39 градус, Дим -36 градус.

«Сатлама һыуыҡтарҙа күп ҡатлылыҡ принцибы буйынса кейенергә һәм урамға сыҡмаҫҡа, ауыҙҙы һәм танауҙы ябырға кәрәк. Янғын хәүефһеҙлеге йәһәтенән: ҡулдан эшләнгән электр йылытҡыстар ҡулланмағыҙ, электр селтәрен артыҡ йөкләмәгеҙ;  өйҙә һәм балкондарҙа газ баллондарын һаҡларға ярамай. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әгәр тулыһынса тултырылған баллонды һыуыҡтан йылыға күсерһәгеҙ, газ киңәйә һәм боҙолған һауыт шартлай ала», — тип иҫкә төшөрҙөләр Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән хәлдәр министрлығында.

Бынан алда «Башинформ» Башҡортостанда йәшәүселәрҙе «температура тирбәлеүе» көтөүе хаҡында хәбәр иткәйне.   

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән хәлдәр министрлығы Йылболаҡтамаҡ ауылында -40
Йылболаҡтамаҡ ауылында -40Фото:Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән хәлдәр министрлығы
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас