Яңылыҡтар
11 Ғинуар 2024, 09:49

«Аҙна бүләге» еңеүсеһе

.

«Аҙна бүләге» еңеүсеһе«Аҙна бүләге» еңеүсеһе
«Аҙна бүләге» еңеүсеһе

–Район гәзитен 80-се йылдарҙан алдырам. Беренсе тапҡыр отош уйынында оттом, Яңы йыл байрамына бүләк булды. Район гәзите ул үҙе бер иптәш. Почтальон килгәнен көтөп, почта йәшниген даими ҡарап торам. Ваҡытында алып киләләр, рәхмәт. Район хакимиәте тарафынан башҡарылған эштәр, ғаиләләр, спорт яңылыҡтарын уҡырға яратам. 90-100 йәшлек ололарҙы яҙһалар, улар өсөн ҡыуанам. Район халҡын, редакция хеҙмәткәрҙәрен Яңы йыл менән ҡотлайым. Һаулыҡ, ғаилә бәхете теләйем, илебеҙ тыныс булһын, СВО-ла ҡатнашҡан егеттәр ҡайтып, ата-әсәләрен, ғаиләләрен ҡыуандырһын,–тине Мәүлиҙә Иҫәнбаева.

Автор:Гузель Бухарбаева
Читайте нас