Яңылыҡтар
11 Января 2024, 09:47

«Аҙна бүләге» еңеүсеһе

.

«Аҙна бүләге» еңеүсеһе«Аҙна бүләге» еңеүсеһе
«Аҙна бүләге» еңеүсеһе

–Гәзитте иҫ белгәндән алам, бер ваҡытта ла яҙылмай ҡалмайым. Нисек район гәзитен алдырмай йәшәргә һуң? 91 йәшем менән барһам да, рухи аҙыҡтан бер ҙә айырылмайым. Ике йыл элек күпләп республика баҫмаһын алдыра инем, хәҙер өлкәнәйгәс, "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитен генә яҙҙырам. Кешеләргә лә әйтер инем, яҙылһындар, балларына ла башҡортса уҡытһындар. “Районка” килһә, үҙем рәхәтләнеп мәҡәләләрҙе уҡып сығам. Ҡайһы саҡ ҡыҙыҡлыларына әүрәп, хатта кеше үтеп китһә лә, хәбәр һөйләһә лә иғтибар итмәй уҡыуымды дауам итәм. Бер көндә уҡып бөтһәм, күңелһеҙ була, шуға күрә иртәге көнгә яртыһын уҡымай ҡалдырам, – тине йылмайып Сания Далха ҡыҙы. Ул балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Сания Далха ҡыҙы тормош иптәше менән 49 йыл татыу ғүмер иткәндәр, 7 балаға ғүмер биргәндәр. Бөгөн инәй 25 ейән-ейәнсәрҙәренең уңыштарына һөйөнөп йәшәй.

Автор:Гузель Бухарбаева
Читайте нас