Яңылыҡтар
10 Ғинуар 2024, 14:25

Башҡортостанда бесәй һәм эттәрҙең яҡынса һаны әйтелде

     

Башҡортостанда бесәй һәм эттәрҙең яҡынса һаны әйтелдеБашҡортостанда бесәй һәм эттәрҙең яҡынса һаны әйтелде
Башҡортостанда бесәй һәм эттәрҙең яҡынса һаны әйтелде

Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 100 мең самаһы йорт бесәйҙәре һәм эттәр иҫәпләнә. Был хаҡта Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитеты ултырышында республиканың ветеринария буйынса дәүләт комитеты рәйесе Азат Йыһаншин хәбәр итте.

Азат Йыһаншин һүҙҙәренсә, был хайуандарҙың, шул иҫәптән хужаһыҙҙарҙың да, теүәл һанын билдәләү ҡыйын. Бының сәбәптәре ҡәтғи баш иҫәбе һәм чиплау булмауы, хайуандарҙың бер категориянан икенсеһенә күсеүе (йорт хайуандары урамда ҡала, ә берәҙәктәр, киреһенсә, хужаларын таба). Ведомство етәксеһе берәҙәк эттәрҙе һәм бесәйҙәрҙе тотоу буйынса статистиканы атаны – йылына уртаса 17 мең (һуңғы 2-3 йылда).

Ҡарауһыҙ ҡалған хайуандарҙы кәметеү юлдары хаҡында Һөйләгәндә Азат Йыһаншин түбәндәгеләрҙе атаны: хайуандарҙы идентификациялау, хужалар менән аңлатыу эштәре, стерилләштереү, приюттар төҙөү һәм башҡалар. Ул билдәләүенсә, бер пар эт һәм уларҙың тоҡомдары, контролдән тыш үрсеү шарттарында, 10 йыл эсендә 60 миллионға тиклем, ә бесәйҙәр 80 миллионға тиклем күбәйеүе ихтимал. 

Фото:Роман Якимчук (Башинформ)

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас