Рядовой Динар Байрас улы Билалов 1997 йылдың 7 сентябрендә Атингән ауылында тыуған. 2013 йылда тыуған ауылы мәктәбен бөтөп, Аҡъяр тау колледжында белем ала. Ҡулына диплом алғас, 2015 йылда әрме сафына алына. Новотроицк металлургия заводында һуңғы эш урыны. 2022 йылдың 27 сентябрендә өлөшләтә мобилизация сиктәрендә махсус хәрби операция биләмәһенә ебәрелә. Ул Тыуған илебеҙҙе нацизмдан яҡлап, Ватаныбыҙ именлеге һәм беҙҙең тыныс, бәхетле тормош хаҡына үҙенең хәрби бурысын намыҫлы һәм лайыҡлы үтәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 16 декабрҙә батырҙарса һәләк була. Динар Билалов хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң Ҡаһарманлыҡ ордены менән наградланды.