Яңылыҡтар
4 Ғинуар 2024, 09:16

Геннадий Светлаков кубогына баскетбол ярышы үтте

.

Аҡъяр ауылының Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы Геннадий Светлаков кубогына баскетбол буйынса традицион турнир үтте.

Геннадий Федоровичтың хеҙмәт юлы совет армияһы сафында хәрби бурысын үтәп ҡайтҡандан һуң, район үҙәгенең 1-се мәктәбендә башлана. Ошо белем усағында үҙен педагогик эшмәкәрлеккә арнай, балаларҙы спортты яратырға һәм хөрмәт итергә өйрәтә.

Был көндө Аҡъяр һәм Бүребай мәктәп уҡыусылары һәм студенттары, шулай уҡ ветерандар командалары көс һынашты. 

Автор:Гузель Бухарбаева
Читайте нас