

Почта бүлексәһен асыу тантанаһында Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, Башҡортостан Республикаһы федераль почта бәйләнеше идаралығының Сибай почтамты начальнигы Галина Хачина, ауыл халҡы һәм башҡалар ҡатнашты. Почта бүлексәһен капиталь ремонтлауға финанс саралар федераль бюджеттан “Берҙәм Рәсәй” партияһы инициативаһы буйынса бүленгән.