Яңылыҡтар
28 Декабрь 2023, 06:19

Рәсәй Президенты «Йыл остазы» премияһын булдырырға тәҡдим итте

-

Рәсәй Президенты «Йыл остазы» премияһын булдырырға тәҡдим иттеРәсәй Президенты «Йыл остазы» премияһын булдырырға тәҡдим итте
Рәсәй Президенты «Йыл остазы» премияһын булдырырға тәҡдим итте

27 декабрҙә Мәскәүҙә Дәүләт советы ултырышы уҙҙы. Уны Рәсәй президенты Владимир Путин үткәрҙе. Кәңәшмә Уҡытыусы һәм остаз йылын йомғаҡлауға арналды. Дәүләт башлығы «Йыл остазы» тигән йыллыҡ премия булдырырға тәҡдим итте.

«Биш йыл элек «Остазлыҡ өсөн» махсус билдәһен булдырҙыҡ. Мин «Йыл остазы» премияһын да булдырырға тәҡдим итәм. Илдең барлыҡ төбәктәре  остаздарҙың абруйын һәм статусын күтәреү өсөн аныҡ аҙымдар яһарға тейеш», - тине Владимир Путин.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башинформ» Башҡортостан Башлығының Дәүләт советы ултырышы эшендә ҡатнашыуы хаҡында яҙғайны.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-12-27/prezident-rossii-predlozhil-uchredit-premiyu-nastavnik-goda-3584858

Автор:Ләйсән Закирова.
Фото:kremlin.ru
Автор:
Читайте нас