

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 25 декабрҙә республикала «Ватан көсө» форумын уҙғарыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Тейешле документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Указдан күренеүенсә, сара башҡортостандарҙы һәм унан ситтә йәшәгән яҡташтарыбыҙҙы берләштереү, республиканың артабанғы үҫешен тәьмин итеү, быуындар араһында рухи бәйләнеште нығытыу маҡсатында ойошторола. Форум 2024 йылдың 27-28 апрелендә була.
Документ менән шулай уҡ форумға әҙерләнеү һәм уны уҙғарыу буйынса ойоштороу комитеты составы раҫланды.Указдың үтәлешен контролдә тотоу Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәтенә йөкмәтелде.
Указ ҡул ҡуйған көндән көсөнә инде.
Шулай уҡ «Башинформ»дың «2023 йылда Башҡортостан Рәсәйҙе һәм донъяны нимә менән хайран ҡалдырҙы» лонгридын уҡығыҙ.