

-Күп балалы ғаилә башлығы былтыр уҡ тәүгеләрҙән махсус хәрби операция зонаһына үҙ ирке менән китте һәм бөгөнгәсә унда хәрби бурысын үтәй. Уны өйҙә ҡатыны менән өс улы һәм ҡыҙы көтә. Атай өлгөһөндә ғаиләлә малайҙар ҡыйыу булып үҫә. Башҡортостан Башлығы, район хакимиәте һәм бағымсы “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” йәмғиәтенең бүләктәре менән барған икенсе ғаиләлә бөтәһе 9 бала. Бишәүһе ғаилә ҡороп өлгөргән, ҡалғандары мәктәптә уҡый һәм балалар баҡсаһына йөрөй. Атайҙары күптән түгел үҙ ирке менән махсус хәрби операцияға киткән, әммә балалар уны һағынып өлгөргән, уның менән ғорурланалар һәм тиҙерәк ҡайтыуын көтәләр.
Бөтә хәрбиҙәрҙең дә ғаиләләре бүләктәр аласаҡ. Беҙҙең яугирҙар ҡаһарманлыҡ, илһөйәрлек өлгөһө һәм улар ихтирамға лайыҡлы. Был байрам көндәрендә уларҙың ғаиләләре иғтибарҙан ситтә ҡалырға тейеш түгел. Ысын күңелемдән уларҙы байрам менән ҡотлайым һәм яҡындары менән тиҙерәк бергә булыуын теләйем”,- тип яҙҙы үҙ сәхифәһендә район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов.
Сығанаҡ һәм фотолар: район хакимиәте