Ипотека проценттары өсөн һалым ҡайтармаһы алыу маҡсатында һалым органына шәхсән мөрәжәғәт итергә йәки Һалым түләүсенең шәхси кабинеты аша декларация ебәрергә кәрәк (https://vk.cc/ctkAgD). Төп шарт — һеҙ рәсми рәүештә эшләргә һәм физик шәхестәрҙең килеменә һалым түләргә тейешһегеҙ.
Милеккә ҡағылышлы һалым ҡайтармаһының күләме:
— фатир, ер участкаһы булған торлаҡ йорт һатып алыуға йәки торлаҡ төҙөүгә тотонолған 2 миллион һумдан 260 мең һум;
— маҡсатлы кредит (ипотека) буйынса проценттар өсөн түләнгән 3 миллион һумдан 390 мең һум.
Ҡағиҙә булараҡ, бер һалым осоронда (календарь йылда) һалым ҡайтармаһының бер өлөшөн генә файҙаланырға мөмкин. Шул уҡ ваҡытта, ҡайтарманың файҙаланылмаған ҡалдығы киләһе йылдарға күсерелә.
📄 Һалым ҡайтармаһын алыу тәртибе:
1⃣ Раҫлаусы документтар йыйырға (https://vk.cc/ctkAiG).
2⃣ Әгәр торлаҡ һатып алған йылда уҡ һалым ҡайтармаһын юлларға теләйһегеҙ икән, быны эш биреүсе аша эшләргә мөмкин:
- ҡайтармаға хоҡуғығыҙ булыуын раҫлау өсөн һалым органына мөрәжәғәт итегеҙ. Иң ябай һәм тиҙ ысул - Һалым түләүсенең шәхси кабинеты ярҙамында эш итеү;
- эштә ғариза яҙығыҙ;
- эш биреүсе эш хаҡынан һалым тотоп ҡалмаясаҡ һәм дәүләткә күсермәйәсәк, һеҙ эш хаҡығыҙҙы физик шәхестәрҙең килеменә һалым менән бергә аласаҡһығыҙ.
3⃣ Әгәр ҡайтарманы һалым органы аша алырға теләһәгеҙ:
- Һалым түләүсенең шәхси кабинеты ярҙамында һалым органына декларация һәм раҫлаусы документтар тапшырырға кәрәк.
Декларация 3 ай дауамында тикшерелә һәм, ыңғай һөҙөмтә булһа, аҡса банктағы иҫәбегеҙгә күсереләсәк. Шәхси кабинетта «Ҡайтармалар» бүлегендә мәғлүмәтте күҙәтеү уңайлы.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
+23 °С
Болотло



