Яңылыҡтар
26 Декабрь 2023, 04:58

Яңы йыл байрамдарын нисек үткәрергә һәм нисек буш янсыҡ менән ҡалмаҫҡа?

-

Яңы йыл байрамдарын нисек үткәрергә һәм нисек буш янсыҡ менән ҡалмаҫҡа?Яңы йыл байрамдарын нисек үткәрергә һәм нисек буш янсыҡ менән ҡалмаҫҡа?
Яңы йыл байрамдарын нисек үткәрергә һәм нисек буш янсыҡ менән ҡалмаҫҡа?

Яңы йыл байрамдарын нисек үткәрергә һәм нисек буш янсыҡ менән ҡалмаҫҡа? Башҡортостан Республикаһы буйынса Милли банк һәм «Финанс мәҙәниәте» порталы белгестәре аңлата.

⃣ Яңы йыл байрамына бюджетығыҙҙы иҫәпләгеҙ. Көтөлмәгән сығымдарға һәм байрам кәйефенә күпме тотонорға әҙер булыуығыҙҙы билдәләгеҙ һәм ошо сумманан артығын тотонмағыҙ.

⃣ Яңы йыл алдынан ташламалар тоҙағына эләкмәгеҙ. Байрам алдынан тауарҙарға махсус рәүештә хаҡты арттыралар. Кәрәкле әйберҙәргә алдан уҡ иғтибар итегеҙ — уларҙың хаҡын яҙып алығыҙ, һуңынан тикшерегеҙ – был ысын ташламамы йәки маркетинг алымымы.

⃣ Хаҡтарҙы сағыштырығыҙ. Бер үк тауарҙарҙың хаҡы төрлөсә булыуы бар. Оҡшаған әйберҙе шунда уҡ һатып алмағыҙ – тәүҙә төрлө магазиндарҙағы варианттарҙы сағыштырығыҙ.

4⃣ Имеш-мимешкә ышанмағыҙ. Йәшел аждаһа йылын йәшел күлдәктә ҡаршылау ҡыҙыҡ, әммә мотлаҡ түгел. Ундай йолаларҙы үтәү һәм куранттар тауышын яңы кейемдә тыңлау мотлаҡ түгел.

5⃣ Ваҡ-төйәк әйберҙәр бүләк итмәгеҙ. Киләһе йыл символикаһы булған тауарҙар ҡыҙыҡһыныу уята, шуға күрә уларға хаҡты арттыралар. Иң яҡшыһы — туҙан йыйып ултырған сувенир урынына кәрәкле әйбер бүләк итегеҙ.

6⃣ Бүләкте үҙ ҡулдарығыҙ менән төрөгөҙ. Бүләк пакеттарына, ҡумталарға һәм төрөү хеҙмәттәренә аҡса сарыф итергә кәрәкмәй.

7⃣ Байрамды өйҙә үткәрегеҙ. Өҫтәлгә аҙыҡ-түлекте яҡындарығыҙ менән берлектә алырға мөмкин – сығымдарҙы бүлешегеҙ йәки, һәр кем байрам өҫтәле өсөн махсус ризыҡ әҙерләйәсәк, тип килешегеҙ.

8⃣ Бергә байрам итәсәк кешеләр менән «Йәшерен Санта» уйнағыҙ, шулай итеп, һәр ҡатнашыусы теләгән бүләген аласаҡ. Ә һеҙгә бөтәһенә лә сувенир һатып алырға тура килмәйәсәк.

Байрам күңелле үтһен!

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас