Яңылыҡтар
26 Декабрь 2023, 10:17

Шыршы ҡупшы кейенгән, беҙгә ҡунаҡҡа килгән

Район мәҙәниәт йортонда уҡыусылар өсөн хакимиәт шыршыһы үтте.

Шыршы ҡупшы кейенгән, беҙгә ҡунаҡҡа килгәнШыршы ҡупшы кейенгән, беҙгә ҡунаҡҡа килгән
Шыршы ҡупшы кейенгән, беҙгә ҡунаҡҡа килгән

Район мәҙәниәт йортонда уҡыусылар өсөн төп яңы йыл сараһы – хакимиәт шыршыһы үтте. Унда райондың уҡыу алдынғылары, төрлө кимәлдәге конкурстар һәм спорт ярыштарында еңеүсе  уҡыусылар ҡатнашты. Шыршы байрамында ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов тәбрикләп үтте. Ул балаларҙы яҡынлашып килгән яңы йыл менән ҡотлап, һаулыҡ, уҡыуҙарында уңыштар теләне. 

Балалар район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән яңы йыл тамашаһын ҡараны, йырҙар йырланы, бейене, шиғырҙар һөйләне, уйындарҙа ҡатнашты. 

 

Сығанаҡ һәм фотолар: район хакимиәте. 

Автор:
Читайте нас