

Гисметео фаразына ярашлы, яңы йыл төнөндә Башҡортостанға ҡаты һыуыҡтар килә. Ә уға тиклем республикала йылы һауа торошо һаҡлана.
31 декабрҙә һәм 1 ғинуарҙа төндә һауа температураһының 21°-23° түбәнәйеүе көтөлә, көндөҙ иһә -4°, -6° һәм ҡарлы була.
«Башинформ» Өфөлә көслө ел сығыуы һәм епшек ҡар яуыуы көтөлә тип хәбәр иткәйне.