

Вәлимә инәйҙең ҡыҙы Флүза Әбделмәнова әсәһенең даланлы булыуын билдәләп: “Оло йәштәге атайым менән әсәйем Хәйбулла хәбәрҙәре гәзитен бер йылда ла ҡалдырмай яҙылып, район һулышы менән танышып баралар. Бынан тыш, республика гәзит-журналдарынан да ҡалмайҙар. Әсәйем даланлы кеше булып сыҡты, аҙна һайын отош уйнына квитанцияһын гәзиткә яҙылғас та, уның ҡушыуы буйынса алып килеп төшөрәбеҙ һәм уйында бүләкте өсөнсөгә отто. Был юлы ла бүләген алып барып биреп ҡыуандырасаҡмын. Отҡан бүләге, өҫтәл лампаһы аҫтында, әйҙә рәхәтләнеп гәзит-журналдар уҡыһын”, - тине.
Гәзит уҡыусы дуҫтарыбыҙҙы иҫтәлекле бүләктәре менән ҡотлайбыҙ. Киләсәктә лә тоғро дуҫтар булып ҡалығыҙ, гәзит менән бергә булығыҙ.
Ә “Аҙна һайын приз” уйынының һуңғыһы һәм супер-приз ит турағыс 25 декабрҙә уйнатыласаҡ.
Луиза Юлмөхәмәтова.
Мостафа Мәмбәтов, Сәғит ауылы:
Луиза Иҫәнгилдина, Иҫәнгилде ауылы:
- Район гәзитен “Хеҙмәт байрағы” тип аталған сағынан алдырып, бабай менән ярышып уҡыйбыҙ. Уйынға уңайы килгән һайын квитанция төшөрөп китә инем, быйыл, ниһайәт, миңә лә бүләк оторға насип булды. “Дөйә лә бүләк, төймә лә бүләк” тигәндәй, бик шатланып, дәртләнеп киттем. Республика уйындарына ла ебәрергә кәрәк тип уйлап ҡуйҙым. Уйын өсөн рәхмәт, артабан да эшегеҙҙә уңыштар.
Шәрифулла Ишкилдин, Аҡнаҙар ауылы: