Яңылыҡтар
22 Декабрь 2023, 04:38

Һандарҙа тормош һулышы

Рәсәй ЗАГСы хеҙмәткәрҙәре көнөнә ҡарата Заһира Биккинина һөнәренә тоғро хеҙмәткәр  

Һандарҙа тормош һулышыҺандарҙа тормош һулышы
Һандарҙа тормош һулышы

18 декабрҙә Рәсәй Федерацияһының ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Уларҙың һөнәре кешеләрҙең яҙмыштарына бәйле, сөнки үҙ ғүмерендә һәр әҙәм балаһы ЗАГС хеҙмәтендә теркәлеү үтә. ЗАГС органдары гражданлыҡ акттарын теркәп кенә ҡалмай, ә һәр кемдең тормошонда хәл иткес, әһәмиәтле ролде лә башҡара.
Райондың ЗАГС хеҙмәткәрҙәре юғары профессионализм, иғтибарлылыҡ, кешенең бәхетенә ҡыуана белеүе менән айырылып тора. Улар граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлауға йүнәлтелгән мөһим бурыстарҙы атҡара, ғаилә һәм демографик сәйәсәт һағында тора. Көн һайын граждандарҙы ҡабул итеү, документтар менән эшләү (ә ул иғтибар һәм һөнәри оҫталыҡ талап итә), тантаналы рәүештә никах теркәү. Ошо йәһәттән егерме йылға яҡын район ЗАГС бүлеген етәкләгән Заһира Ғилман ҡыҙы Биккининаның намыҫлы хеҙмәтен билдәләп үтмәү мөмкин түгел. Тыуғандан алып һуңғы көндәренә тиклем кеше тормошо ЗАГС органдары эшмәкәрлеге менән бәйле. Кешенең шатлыҡлы, тантаналы мәлдәренә лә – ғаилә ҡороу, ул йә ҡыҙҙарына тыуыу тураһында таныҡлыҡ алыу, ҡайғылы осорона ла – айырылышыу, яҡын кешеңдең һуңғы документын алыу кеүек хәлдәргә лә шаһит булырға тура килә мәҡәлә геройыма. Бынан тыш, ЗАГС бүлеге бала табыу йортонан сабыйҙы сығарыу, тантаналы рәүештә тыуыу тураһында таныҡлыҡ тапшырыу, күп балалы әсәләрҙе хөрмәтләү, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу маҡсатында районда үткәрелгән сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Ауыл биләмәләре хакимиәттәре менән берлектә оҙаҡ йылдар бергә татыу ғүмер кисергән юбилярҙарҙы хөрмәтләү тантаналарын да ойоштора.

Һәр кемгә таныш, һөнәрен яратып башҡарған Заһира Биккинина Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнеп үҫә. “Әсәйем 40 йылдан ашыу фельдшер-акушерка, ә атайым - Бөйөк Ватан һуғышы ветераны төрлө дәүләт органдарында эшләне. Улар районда абруйлы шәхестәр булдылар, беҙҙе тик һөйөү-яратыу менән генә уратып, тейешле тәрбиә биреп, оло тормош юлына сығарҙылар”, - ти ул йылы хәтирәләр менән.

 Үҫмер ҡыҙ бала Иҫке Собханғол урта мәктәбен тамамлағас, хеҙмәт юлын тыуған ауылында башланғыс кластар уҡытыусыһы булып башлай. Артабан Башҡорт дәүләт институтында биология-химия йүнәлеше буйынса белем ала. һуңынан Айса улы Ишмөхәмәт менән ғаилә ҡороп, Хәйбулла районы Федоровка ауылында йәшәй башлайҙар. Өс ул үҫтереп, уларға юғары белем алырға ярҙам итеп, үҙ аллы ғүмер юлдарына баҫтыралар. Балалары иһә ғаилә ҡороп, үҙ юлдарын табып, атай-әсәйҙәрен ҡыуандырып йәшәйҙәр. Бәхетле ҡартатай менән ҡартәсәй өс ейәнсәргә һөйөнә.

 “Хеҙмәт юлымдың тәүге яртыһында үҙемдең һөнәрем буйынса - уҡытыусылыҡҡа бағышланым, тәүҙә Федоровка, артабан  Аҡъяр ауылының 1-се мәктәбендә биология, химия фәндәренән белем бирҙем, директор урынбаҫары булып эшләнем. 2006 йылдан иһә әлеге эшемде яратып башҡарам.

Төп эшемдән тыш, күпселек ҡатын-ҡыҙҙар кеүек, баҡсала йәшелсә-емеш, сәскәләр үҫтерергә яратам. Өйҙә лә бүлмә гөлдәренең күп төрлөһө бар. Тәбиғәттә булырға яратам. Һуңғы ун йылда тормош иптәшем менән Һаҡмар йылғаһы буйлап кәмәлә йөҙөргә, машина менән илебеҙҙең төрлө тарафтарына сәйәхәт ҡылырға ғәҙәтләндек. Иҫ киткес тәбиғәт күңелгә тыныслыҡ килтерә. Әммә иң яратҡан шөғөлөм – балыҡ тотоу. Һыу буйында булыу, һыуҙың ағыуын күҙәтеү әйтеп бирә алмаҫлыҡ илаһи хис һәм көс бирә. Әлеге ваҡытта ҡышҡы балыҡҡа йөрөүҙө үҙләштерәм”, - ти Заһира Ғилман ҡыҙы.

Матурлыҡты үҙ иткән, тормошто яратҡан үҙ һөнәренең оҫтаһы Заһира Биккинина һөнәри байрамдары уңайынан беҙҙе ҡыҙыҡһындырған бер-нисә һорауға ла ихлас яуаптарын бирҙе, гәзит уҡыусыларға изге теләктәрен еткерҙе.

- Заһира Ғилман ҡыҙы, һеҙҙең бүлек ниндәй эштәр башҡара?  

- ЗАГС - никах теркәү урыны ғына түгел, беҙҙә көн дә тыуым, үлем теркәлә, атайлыҡ хоҡуғы билдәләнә, исем алмаштырыла. Унан тыш, акт яҙмаһына үҙгәрештәр, өҫтәмәләр, төҙәтмәләр индерелә, ҡабаттан таныҡлыҡ, төрлө белешмәләр бирелә һәм сит ил дәүләттәренә хоҡуҡи ярҙам күрһәтелә. ЗАГС бүлектәренең эшенең төп йүнәлеше-гражданлыҡ хәле акттарын теркәү. Ошо йүнәлештән ЗАГС органдарының төп мәсьәләһе булып граждандарҙың хоҡуҡтарын законлы рәүештә яҡлау тора. 7 төр гражданлыҡ хәле акттарын теркәйбеҙ: тыуыу, үлеү, никахҡа инеү, никахты тарҡатыу, балалыҡҡа алыу, баланың атаһын билдәләү, исем алыштырыу тураһындағы акттар.Ошо йүнәлештә эшләгән эшебеҙҙең 2023 йылдың 11 айлыҡ  һөҙөмтәһе: бөтәһе  766 яҙыу (ғариза) теркәлгән, шуларҙан тыуыу тураһында – 211, үлеү тураһында – 304, никахҡа инеү тураһында – 112, айырылышыу тураһында – 79, балалыҡҡа алыу – 3, баланың атаһын билдәләү – 37, исем алмаштырыу тураһында – 20.

Тыуыу акттарын теркәү тураһында әйтеп киткәндә, иң тәүҙә хәҙер күпселек атай-әсәйҙәрҙең баланың исемен һайлауға етди ҡарауын билдәләр инем. Әминә, Сәлимә, Асия, Мәликә, Камила, Батырхан, Әмир, Мөхәмәт, Искәндәр тигән электән килгән матур исемдәрҙе йышыраҡ ҡушалар. Әлбиттә, һуңғы йылдарҙа демографик хәлдең кире яҡҡа үҙгәреүе, тыуымдың кәмеүе күңелде ҡырһа ла (был күренеш бөтә донъя өсөн дә хас), районыбыҙҙа ишле ғаиләләрҙең артыуы күңелле күренеш, хәҙер күп балалы булыу модаға инде, тип әйтергә лә булалыр. Уҙған йылдың 11 айы менән сағыштырғанда быйыл 10 балаға күберәк тыуған.

Донъя шулай ҡоролған: тыуым булғас, үлем дә бар. Һуңғы йылдарҙа яңы тыуған, 1 йәшкә тиклемге балаларҙың үлеме бик һирәк. Быйыл үлеү тураһындағы акттарҙың былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда 24-кә кәм булыуын да билдәләп үтергә кәрәктер. Гражданлыҡ хәле акттарын теркәү менән бер рәттән, граждандарҙың, төрлө ойошмаларҙың, дәүләт органдарының һорауҙарына яуап биреү, сит илдәрҙә теркәлгән акттар буйынса шәхси документтарҙы һоратып алыу, суд тәртибендә акттарҙы тергеҙеү йә юҡҡа сығарыу ҙа беҙҙең эшебеҙҙең бер юнәлеше. Был йәһәттән 11 айҙа юридик әһәмиәткә эйә булған 2299 эш башҡарылған. Уларға шулай уҡ архивта һаҡланған яҙыуҙар буйынса ҡабатлап танытмалар, белешмәләр, докуметтарҙың копияларын, улар тураһында мәғлүмәт биреүҙәр инә. Элекке осорҙа ауыл советтарында күп кенә документтар хаталы төҙөлгән, ошо хаталарҙы законлы рәүештә төҙәтеп, үҙгәрештәр индереп яңы таныҡлыҡтар, белешмә ҡағыҙҙары биреү ҙә беҙҙең иңдә. Төҙәтеүҙәр индереүҙә төп нигеҙ булып тыуыу тураһындағы акт тора, шуға күрә граждандарҙы тыуыу тураһындағы танытма алғандан һуң эшләнгән бөтә документтарҙа ла кеше тураһындағы мәғлүмәт (фамилия, исем, атаһының исеме, тыуған көнө, тыуған урыны) ошо тәүге документҡа тап килергә тейеш, тип иҫкәртер инем. Таныҡлыҡтарҙың рус һәм башҡорт телендә яҙылыуы ла ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәренән иғтибарлылыҡ талап итә. Әлбиттә, беҙҙең халыҡтың исем, фамилияһын яҙыуҙа күп варианттарҙың булыуын да иҫәпкә алыр кәрәк. Миҫал  өсөн: Рөстәм исемен русса әллә нисә төрлө итеп яҙырға була, бер туған Илембәтовтарҙың фамилиялары ла рус телендә төрлөсә яҙылыу осраҡтары бар. Һәр кеше хаталана ала, был сифат ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре өсөн дә хас, бер нисә документҡа ҡарап, мәғлүмәтте тикшереп акт яҙыуы төҙөү – ҙур яуаплылыҡ. Шуға күрә гражданлыҡ хәле тураһындағы актты төҙөгәндән һуң, ЗАГС бүлеге хеҙмәткәре тикшереп сығырға бирә, етди ҡарап, иғтибар менән уҡып сығып, дөрөҫлөктө раҫлап, ҡул ҡуйырға кәрәк.

  • Коллективығыҙ ҙурмы?

- Коллективыбыҙ ҙур түгел: мин һәм әйҙәүсе белгес-эксперт Ләйсән Вирясова. Мин ошо бүлекте 18 йыл етәкләһәм, Ләйсән Радимир ҡыҙы 9 йыл намыҫлы эшләй. Эшебеҙҙе яратып, урынына еткереп башҡарырға тырышабыҙ.

- Оҙаҡ йылдар йәшәүсе парҙарҙы ла тәбрикләү тантаналарын үткәрәһегеҙ.

- Эйе, 2003 йылдан, БР Президенты Указына ярашлы, законлы никахта 50, 60, 70 йыл йәшәгән ғаилә парҙарын тәбрикләү тантаналарын ойоштору ҙа ЗАГС бүлектәренә беркетелгән һәм быға ЗАГС хеҙмәткәрҙәре яуаплы ҡарай. Ундай сараларҙың популяр һәм көтөп алынған булыуы - быға асыҡ миҫал. Районыбыҙҙа йыл һайын 50-60 пар алтын, бриллиант, хатта гәүһәр туйҙарын билдәләй. 2023 йылда 42 пар – 50 йыллыҡ, 5 пар – 60 йыллыҡ ғаилә юбилейҙарын билдәләй. Тантаналарҙы үткәреү билдәле тәртиптә үткәрелә: иң тәүҙә ошо парҙарҙан яҙма рәүештә ғаризалар ҡабул ителә, ғаризаға ҡушып раҫлаусы документтарҙы һалырға кәрәк, уларҙы тикшереп загс хеҙмәткәрҙәре исемлек төзөп, республика органдарына заявка бирә.

- Ошо иҫтәлекле датаны билдәләп, гәзит уҡыусыларыбыҙға эшмәкәрлектәргә лә бер аҙ йомғаҡ яһаһағыҙ.

- Эшмәкәрлектәге яңылыҡтарға килгәндә, нихаҡҡа инеү тураһындағы ғаризаны 1 айҙан 1 йылға тиклемге ваҡыт аралығына бирергә була. Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәте күрһәтеү порталы бик уңайлы, өйҙән сыҡмайынса, артыҡ ваҡыт, юлға сығымдар сарыф итмәйенсә портал аша ғариза ебәрергә була.

Медицина учреждениелары тарафынан хәҙер медицина тыуыу тураһындағы таныҡлыҡ электрон рәүештә бирелә, ЗАГС бүлегенә лә ғаризаны портал аша ебәреп, артабан уңайлы ваҡытҡа яҙылып, әҙер документтарҙы килеп алырға ғына кәрәк.

Киләсәктә үлем тураһындағы ғаризаларҙы ла ҡарау дәүләт порталы аша башҡарыласаҡ.

- Район граждандарына әйтер теләктәрегеҙ.

- Һәр гражданға – олоһона, кесеһенә ғаилә именлеге, ныҡлы һаулыҡ, донъялар именлеге теләйем. Һәр көнгә һоҡланып, тормошҡа риза булып йәшәйек, барыһы ла үҙебеҙҙән тора.

- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Һөнәри байрамығыҙ менән. Эшегеҙҙә тик уңыштар!

Автор:Луиза Юлмухаметова
Читайте нас