Яңылыҡтар
15 Декабрь 2023, 11:09

Һөйөнсө, дуҫтар!

Бөгөн Өфөлә “Торатау” конгресс-холында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан иғлан ителгән Фән һәм мәғрифәт йылын йомғаҡлау тантанаһы үтте. Сарала йыл һөҙөмтәләре буйынса район-ҡала округтары хакимиәттәре, башҡорт ҡоролтайҙары, Рәсәй субъекттарындағы башҡорт йәмәғәт ойошмалары араһында еңеүселәр билдәләнде һәм беренсе урын хәйбуллаларҙа!Уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайының бөтә район структуралары менән берлектәге эшмәкәрлеге өсөнсө урынға лайыҡ булғайны.Шулай уҡ Атайсалға изге ғәмәлдәр йылына арналған «Остаз» республика конкурсының һөҙөмтәләре буйынса Урал аръяғы педагогтары данын яҡлаған беҙҙең район командаһы республика буйынса өсөнсө урынға лайыҡ булды!

Һөйөнсө, дуҫтар!Һөйөнсө, дуҫтар!
Һөйөнсө, дуҫтар!

Бөгөн Өфөлә “Торатау” конгресс-холында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан иғлан ителгән Фән һәм мәғрифәт йылын йомғаҡлау тантанаһы үтте. Сарала йыл һөҙөмтәләре буйынса район-ҡала округтары хакимиәттәре, башҡорт ҡоролтайҙары, Рәсәй субъекттарындағы башҡорт йәмәғәт ойошмалары араһында еңеүселәр билдәләнде һәм беренсе урын хәйбуллаларҙа!
Уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайының бөтә район структуралары менән берлектәге эшмәкәрлеге өсөнсө урынға лайыҡ булғайны.
Шулай уҡ Атайсалға изге ғәмәлдәр йылына арналған «Остаз» республика конкурсының һөҙөмтәләре буйынса Урал аръяғы педагогтары данын яҡлаған беҙҙең район командаһы республика буйынса өсөнсө урынға лайыҡ булды!

Һөйөнсө, дуҫтар!
Һөйөнсө, дуҫтар!
Автор:Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы
Читайте нас