Яңылыҡтар
15 Декабрь 2023, 11:22

Аҡъярҙа Яңы йыл байрамына әҙерләнәләр

    

Аҡъярҙа Яңы йыл байрамына әҙерләнәләрАҡъярҙа Яңы йыл байрамына әҙерләнәләр
Аҡъярҙа Яңы йыл байрамына әҙерләнәләр

Боҙ ҡаласыҡтары район үҙәгенең Мәҙәниәт һәм ял паркында һәм Төньяҡ-көнсығыш биҫтәһендә төҙөлә.

Аҡъяр ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Азамат Баҡтыбаев һүҙҙәренсә, бөгөн-иртәгә колледж ҡаршыһындағы мәҙәниәт һәм ял паркында ҙур шыршы ҡуйыласаҡ, ә Төньяҡ-көнсығыш биҫәтеһенең паркын шыршы йәмләй.

"Эш дауам итә, күп нәмә эшләргә кәрәк, - ти Азамат Фәнил улы. - Район Хакимиәте бойороғо менән яңы йыл байрам сараларын әҙерләү һәм үткәреү планына ярашлы, бөтә ойошмалар, предприятиелар үҙ эшен башланы. Бөгөн боҙ ҡаласыҡтарын булдырыу, һындар яһау өсөн боҙ әҙерләү һәм ташыу алып барыла, ҙур һәм бәләкәй таусыҡ ҡуйыла,  лабиринттар эшләнә башлай, һырғалаҡҡа һыу һибелә һәм башҡалар. Бөтә төп эштәрҙе ошо аҙнала тамамларбыҙ».

Шулай уҡ биналарҙы, ихаталарҙы, боҙ фигураларын иң яҡшы биҙәүгә конкурстар иғлан ителде.

 

фото һәм текст:Ринат Иманғолов.

Аҡъярҙа Яңы йыл байрамына әҙерләнәләр
Аҡъярҙа Яңы йыл байрамына әҙерләнәләр
Аҡъярҙа Яңы йыл байрамына әҙерләнәләр
Аҡъярҙа Яңы йыл байрамына әҙерләнәләр
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас