

Аксана Сынбулатова, Үҙәкләштерелгән район китапханалар системаһы директоры:
- Тәү нәүбәттә, телебеҙгә ҡарата мөнәсәбәтте үҙгәртергә кәрәк. Телебеҙ халыҡ яҡлауына, ҡайғыртыуына мохтаж иң бөйөк, иң ҡиммәтле хазина ул. Нисә тел теләһәң, шул тиклем өйрән, һөйләш, аралаш. Әммә әсә телендә камил аралашаһың, фекер йөрөтәһең, рәхәтләнеп әҙәби китаптар уҡыйһың икән һин халҡың, милләтең алдында ҡәҙерлеһең.
Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы туған телебеҙҙе үҫтереү, һаҡлау һәм пропагандалау маҡсатында арҙаҡлы яҙыусыларыбыҙ менән осрашыуҙар, әҙәби кисәләр, саралар даими үткәрелеп тора. Мәҫәлән, арҙаҡлы яҡташыбыҙ Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай менән осрашыу үҙе бер мәртәбә. Социаль селтәрҙә башҡорт теле көнөнә арналған «Минең ғәзиз телем» әҙәби викторнаһында әүҙем ҡатнаштылар. Шулай уҡ, үҙәк район китапханаһының сайтында башҡорт телендә матур, фәһемле сценарийҙар ҡуйылды. Районыбыҙҙа бишенсе йыл рәттән «РУХ ЯҘЫУЫ» әҙәби телевизион шиғри конкурсы дәррәү үтә. Был да халҡыбыҙҙың туған телебеҙгә ҡарата битараф булмағанын һөйләй. Ошо арала ғына тыуған яҡты өйрәнеүсе, тарихсы Рафаил Рәхимовтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған фәнни-ғәмәли конференция үтте. Унда ла уҡыусыларҙың башҡорт телендә сығыш яһауҙары ҡыуандырҙы. Каникул осоронда мәктәп янында ойошторолған йәйге лагерь уҡыусылары менән башҡорт телен өҫтәмә өйрәнергә теләүселәр өсөн телмәрен үҫтереү маҡсатында «Үҙ телемдә һөйләшәм» исемле әҙәби сара ойошторорға теләйбеҙ.
Туған телен һаҡлау, үҫтереү, уның сафлығы, матурлығы өсөн көрәшеү – һәр кемдең изге бурысы. Телебеҙҙе бөтә камиллығында өйрәнәйек, һаҡлайыҡ, үҫтерәйек. Рух һәм аң кимәленә өлгәшеүҙең нигеҙе – телебеҙ.