

Башҡорт теле көнө уңайынан “Башҡорт телен һаҡлау, күтәреү өсөн һин нимәләр эшләр инең”, тигән һорау менән бер-нисә гәзит уҡыусыбыҙға мөрәжәғәт иттек.
Сәлимә Байгилдина, БР һәм РФ Журналистар союзы ағзаһы, мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәре:
- Башҡорт телен үҫтереү, һаҡлап алып ҡалыу өсөн, беренсенән, рәсми йәғни эшлекле башҡорт телен дәүләт кимәленә күтәреп ҡулланмайынса, ул шул мәктәп кимәленән ары китмәйәсәк. Мәҫәлән, хәҙер башҡорт телендә тел белгестәре, актерҙар, матбуғат, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренән башҡалар башҡорт телендә рәсми аралашмай.
Телевидениела башҡорт телендә барған тапшырыуҙарҙы ҡарағыҙ әле, кем үрҙә һанап киткәндәрҙән тыш, саф башҡорт телендә интервью бирә!? Юҡ. Таныш тележурналистар менән һөйләшкәндә улар ҙа быны раҫлай, башҡорт телендәге яңылыҡтарҙа интервью алыр өсөн кеше табып булмай, тиҙәр.
Ойошма, учреждение етәкселәренә, хеҙмәткәрҙәренә махсус имтихан (2-3 йылға бер тапҡыр булһа ла) булдырып, рәсми эш ҡағыҙҙарын, документтарҙы ике телдә ҡабул итеүҙе, рәсми сараларҙы һирәкләп булһа ла башҡорт телендә ойошторор кәрәк.
Икенсенән, башҡорт теленә интернет киңлектәрен ҡыйыу яуларға кәрәк. Башҡорт телендә мобиль ҡушымталар, цифрлы технологияларһыҙ тел үҫешмәйәсәк.
Әгәр башҡорт теле интернетта, цифрлы технологияларҙа юҡ икән, тимәк ул юҡҡа сығыуға табан китте тиергә лә була. Ниндәйҙер эштәр, хәрәкәттәр бар, әлбиттә. Онлайн–тәржемәсегә, башҡортса ҡотлауҙар, башҡортса аудиокитаптар эҙләп мөрәжәғәт иткәндә лә ҡәнәғәтләнерлек яуап алып булмай. Был минең шәхси фекер.