

Башҡорт теле көнө уңайынан “Башҡорт телен һаҡлау, күтәреү өсөн һин нимәләр эшләр инең”, тигән һорау менән бер-нисә гәзит уҡыусыбыҙға мөрәжәғәт иттек.
Рәсимә Вәлиева, 1-се Мырҙа мәктәбе директоры:
- Башҡорт теле беҙҙең быуын кешеләренә ни тиклем ҡәҙерле, ни тиклем ғәзиз булыуға ҡарамаҫтан, ул бөгөнгө көндә яҡлауға һәм һаҡлауға мохтаж. Беренсенән, төрлө мәғлүмәттәр, уҡыу-уҡытыу программалары күбеһе башҡа телдәрҙә алып барыла. Икенсенән, йәш быуын ата-әсәләрҙең үҙҙәре өйҙә лә, балалары менән дә күбеһенсә тик рус телендә аралаша. Бындай күренеш башҡорт теленә кире йоғонто яһамай ҡалмай, әлбиттә. Шулай ҙа, телде үҙ иткән, яратҡан, үҫтереү өсөн күп көс түккән кешеләр бихисап. Иң элек, баланың теле асылғандан уҡ, ул башҡорт телен ишетеп, беренсе һүҙҙәрен ошо телдә әйтеп үҫһә ине. Унын өсөн ата-әсәләргә бик күп төрлө эштәр, саралар үткәреү мотлаҡ. Мәҫәлән, балалар баҡсаһында, мәктәптә сараларҙы бөтәһен булмаһа ла, яртыһын башҡорт телендә узғарырға ине. Тағы ла ауылдарҙа "Ағинәйҙәр" ойошмаһы ошо юҫыҡта йышыраҡ саралар үткәрһә яҡшы була. Йәш әсәләр менән осрашыуҙар, төрлө саралар, әңгәмәләр ойоштороу фарыз. Клуб мөдирҙәре ауылдарҙа йәш быуын менән башҡорт теленең баһаһын күтәреү өҫтөндә төрлө саралар, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы менән берлектә әңгәмәләр, балалары менән берлектә саралар үткәреп торһа, бәлки, башҡорт телен һаҡлап, баһаһын күтәреүгә өлгәшер инек.