Яңылыҡтар
14 Декабря 2023, 06:56

Башҡорт телен дәрәжәле итәйек

..

Башҡорт телен дәрәжәле итәйекБашҡорт телен дәрәжәле итәйек
Башҡорт телен дәрәжәле итәйек

Башҡорт теле көнө уңайынан “Башҡорт телен һаҡлау, күтәреү өсөн һин нимәләр эшләр инең”, тигән һорау менән бер-нисә гәзит уҡыусыбыҙға мөрәжәғәт иттек.

 

Гөлдәр Арыҫланова, Йәнтеш ауылы мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы:

- Нимә эшләһәң дә ярҙам итмәй бит әле. Күмәкләшеп тотоноу кәрәк: ғаиләнән башларға! Башҡорт ғаиләһе башҡортса һөйләшмәй. Телефонда, телевизорҙа рус телендәге йәнһүрәт ҡарау, уйын уйнау боҙа баланың телен. Балалар баҡсаһында ғына йәки мәктәптә генә башҡортсаға өйрәтеп, ҡайтҡас урыҫсаға күсә икән, фәтеүә юҡ. Ҡайҙан, башҡорт теле дәресенән сығып та өлгөрмәй, тиңдәшенә рус телендә һүҙ ҡуша.

Автор:Луиза Юлмухаметова
Читайте нас