

Башҡорт теле көнө уңайынан “Башҡорт телен һаҡлау, күтәреү өсөн һин нимәләр эшләр инең”, тигән һорау менән бер-нисә гәзит уҡыусыбыҙға мөрәжәғәт иттек.
Юлиә Ғәлиева, Аҡъяр ауылы:
- Телде һаҡлап ҡалыу өсөн башҡорт теле дәрестәре һанын арттырыр инем. Тик башҡорт телендә түңәрәктәр ойоштороп, тик башҡорт телендә саралар үткәреп, башҡорт телендә аралаштырыр инем.