Яңылыҡтар
13 Декабрь 2023, 05:50

Синоптиктар Башҡортостанда көндәрҙең йылыныуын фаразлай

-

Синоптиктар Башҡортостанда көндәрҙең йылыныуын фаразлайСиноптиктар Башҡортостанда көндәрҙең йылыныуын фаразлай
Синоптиктар Башҡортостанда көндәрҙең йылыныуын фаразлай

Синоптиктар Башҡортостанда сатлама һыуыҡтарҙан һуң һауа температураһының күтәрелә башлауын фаразлай.

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 13 декабрҙә, көндөҙ республикала һауа температураһы -15, -20°, көнсығышта -25° була. Әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй.

Кесаҙна, 14 декабрҙә лә, яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә -20, -25°, көнсығышта -27°, -32°, көндөҙ -11, -16°.

Йома, 15 декабрҙә, һауа температураһы төндә -15, -20°, көнсығышта -25°, көндөҙ -10, -15°.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-12-13/sinoptiki-prognoziruyut-oslablenie-morozov-v-bashkirii-3563401

Автор:Анастасия Другова
Автор:
Читайте нас