Яңылыҡтар
13 Декабрь 2023, 11:33

Әбештәр "Айыҡ ауыл" конкурсының республика этабына дәртләнеп тотондо

-

Әбештәр "Айыҡ ауыл" конкурсының республика этабына дәртләнеп тотондоӘбештәр "Айыҡ ауыл" конкурсының республика этабына дәртләнеп тотондо
Әбештәр "Айыҡ ауыл" конкурсының республика этабына дәртләнеп тотондо

"Айыҡ ауыл" конкурсының республика этабына дәртләнеп тотондо әбештәр. Ошо көндәрҙә ауыл халҡы йәнә бергә йыйылып, муниципаль ойоштороу комитеты рәйесе Роза Рәсембәтова ҡатнашлығында йыйылыш уҙғарҙы.
Осрашыу барышында республика этабы осорона маҡсаттар билдәләнде, тәҡдимдәр яңғыраны, ойоштороласаҡ саралар хаҡында һүҙ барҙы. Алда яуаплы осор көтә, артабан да берҙәмлек күрһәтеп, бар ниәтләнгән пландарын тормошҡа ашырырға яҙһын Оло Әбеш ауылы халҡына!

 

Сығанаҡ һәм фотолар: Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы.

Автор:
Читайте нас