

Өлөшләтә мобилизация сиктәрендә, СВО биләмәһендә хәрби бурысын үтәгән егеттәр ҡыҫҡа сроклы отпускыға ҡайтты.
Муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов улар менән осрашып, егеттәргә тағы ла бер Нива автомобилен тапшырҙы. Әйткәндәй, СВО зонаһындағы егеттәргә бындай автомобиль бик кәрәк.
Яугирҙар әле өйҙә ял итә, кәйефтәре шәп һәм артабан Ватан алдындағы бурыстарын үтәргә әҙер.