Яңылыҡтар
7 Декабрь 2023, 15:58

Бакаловка ауылынан Василий Егоровтың иң ҙур табышы – биш килограмлы суртан

Табышты нимә эшләтергә тигән һорау тормай, аш-һыуға оҫта  бик тәмле балыҡ һурпаһы бешерә, ҡура, быҡтыра, консервалай

Бакаловка ауылынан Василий Егоровтың иң ҙур табышы – биш килограмлы суртанБакаловка ауылынан Василий Егоровтың иң ҙур табышы – биш килограмлы суртан
Бакаловка ауылынан Василий Егоровтың иң ҙур табышы – биш килограмлы суртан

Бакаловка ауылынан башҡорт кейәүе Василий Егоров балыҡ тотоу менән күп йылдар шөғөлләнә.

Малай сағында тиҫтерҙәре менән бергә Таналыҡ йылғаһына йыш баралар. Биш саҡрымды һауынсыларҙы ташыған автобус менән дә, йәйәү ҙә үтергә тура килә. Көнө буйы һыу инәләр, ҡояшта ҡыҙыналар һәм әлбиттә, балыҡ ҡармаҡлайҙар. Шул ваҡыттан алып Василий атаһы яһап биргән ҡармаҡ менән ғүмеренең оло мауығыуына килә һәм уға бөгөн дә тоғро ҡалып улдары Русланды, Рәвилде лә балыҡ тоторға әүәҫләй.


Василий йыл әйләнәһенә балыҡ тота: ҡышын ялтырауыҡлы ҡармаҡ сыбығына, оҙон морон ҡарышлауығына, йылтырмаға, ә йәй көнө ҡалҡыуыслы ҡармаҡҡа, донкаға тота, спиннинг менән йыртҡыс балыҡтарға «һунарсылыҡ» итергә ярата. Балыҡсылыҡ буйынса тәжрибәһе ҙур булһа ла, үҙен ҡомарлы балыҡсы тип түгел, ә тыйнаҡ ҡына - һәүәҫкәр балыҡсы тип һанай. Балыҡты Уралда ла ҡармаҡлай, ә күберәген үҙебеҙҙең Таналыҡҡа бара. Һәр балыҡсыныҡы кеүек, уның да үҙе генә белгән урындары бар.
Бөгөн Василийҙың иң ҙур табышы – биш килограмлы суртан. Табышты нимә эшләтергә тигән һорау тормай, аш-һыуға оҫта Василий балыҡтан бик тәмле балыҡ һурпаһы бешерә, ҡура, быҡтыра, консервалай. Бына шундай шәп ғаилә башлығы йәшәй Бакаловка ауылында!

Хәйбулла районы башҡорттары ҠОРОЛТАЙЫ

 

Автор:
Читайте нас