Яңылыҡтар
6 Декабрь 2023, 10:39

Ферма ла, эшселәр ҙә мал ҡышлатыуға әҙер

Мал ҡышлатыу миҙгеле ауыл хужалығы һәм фермерҙар өсөн яуаплы осорҙарҙың береһе. Юғалтыуһыҙ, малды көр ҡыш сығарыу өсөн улар бар көсөн һала. Өфө ауылынан "Уфимский+" йәмғиәтенең хужалығында эштәр нисек ойошторолоуы менән танышыу маҡсатында уның фермаһында булдыҡ.

Ферма ла, эшселәр ҙә мал ҡышлатыуға  әҙерФерма ла, эшселәр ҙә мал ҡышлатыуға  әҙер
Ферма ла, эшселәр ҙә мал ҡышлатыуға әҙер

Ферма территорияһына ингәндә, ике Беларусь тракторында ике эшсе малдар ҡайтыуға бесән тейәп, ялан кәртәгә бушаталар ине, шул арала ҡырҙан  малдар ҙа ҡайтып өлгөрҙө. “Уларҙың яртыһы ҡайтып етмәгән әле”,-тип "Уфимский+" йәмғиәте етәксеһе Марат Булатов беҙҙе ҡаршы алды.

Хужалыҡ эшсәндәренең йәй буйына уңышлы эшләүҙәре асыҡ күренә. Оҙон-оҙон бураҙналарға һуҙылған бесән өйөлгән. Хужалыҡ эшсәндәре етәрлек кимәлдә мал аҙығы запасы булдырған, ферма ҡураларын төҙөкләндереп, йылытҡан. Базаны ҡышҡы осорға әҙерләгәндәр. Шулай ҙа малсылар өсөн һәр ваҡыт ҡыш миҙгеле – бик ҙур хеҙмәт талап иткән яуаплы осор булып ҡала килә.

"Уфимский+" йәмғиәте етәксеһе Марат Булатов әйтеүенсә, малсыларҙың эше план буйынса бара. Көндәлек тырыш хеҙмәттәре менән улар юғары һәм яҡшы артым алыуға ынтыла. Ҡышҡы осорҙа юғары продуктлылыҡ алыу өсөн малдарҙы яҡшы ҡарау, дөрөҫ тотоу һәм ваҡытында ашатыу төп маҡсат, ти ул.

Марат Салауат улы 2009 йылда элекке “Матрай” совхозы базаһында малсылыҡ һәм игенселек тармағында крәҫтиән фермер хужалығын ойоштора. Эште башлағанда конкурс аша бөтөрөлгән совхоздың база–техникаларын, бынан тыш, кредитҡа совхоздың 100-ләп һауын һыйырҙарын һәм 100-ләп йәш малдарҙы һатып ала. Шулай, әкренләп малды ла үрсетә, иген сәсә  башлайҙар. Бөгөн хужалыҡтың уңышлы үҫешеүе күҙгә ташланып тора. Һарай-фермаларҙы ремонтлап рәткә килтергәндәр. Ике иген келәте һатып алынған. Быҙаулаған һыйыр малдарына айырым йылы база булдырылған. Малдарға һыу эсерергә айырым скважина ла эшләгән. Хужалыҡта ике урып-йыйыу комбайны, ике МТЗ "Беларусь" тракторҙары, ике "Зил" машинаһы, К-700, "КамАЗ", Т-150 тракторы, преслап йыйыусы агрегат бар.

Башта ҡыйынға тура килһә лә, ауырлыҡтарҙы йырып сыҡтыҡ. 10 йыл тирәһе барған ҡоролоҡ бәкәлгә һуҡты. Күп кенә баш малды һатып кредиттарҙы ҡапларға тура килде. Нисәнселер йыл уңыш уңған йылды 50 баш быҙау һатып алдым. Бөгөнгө көндә хужалыҡта 2014 йылда Волгогорад өлкәһенән алып ҡайтҡан итселек тармағына ҡараған ҡалмыҡ тоҡомло һыйырҙар үрсетелә. Ҡалмыҡ тоҡомло һыйырҙар беҙҙең климат шарттарына ярашлы, ел-дауылға, һыуыҡҡа сыҙамлы көрән-ҡыҙыл төҫтәге мал ул.

Быйыл хужалыҡтың 930 гектар майҙанында “Альбидум 32” сортлы бойҙай, “Анна” сортлы арпа кульуралары сәселһә, 450 гектар майҙанда күп йыллыҡ үлән үҫтерелеп, мал аҙығы әҙерләнә. Бынан тыш, һалам да әҙерләргә онотмай ер батырҙары. Быйыл ҡыш бауырына улар хужалыҡтағы 138 баш малға 600 тонна тирәһе  мал аҙығы әҙерләгән. Былтырғынан ҡалғаны ла бар әле ти эшсәндәр.

Эшселәр  бөтәһе лә Өфө ауылыныҡы.  Эш хаҡы үҙҙәре һоаруы буйынса игенләтә лә, аҡсалата ла түләнә. Уларҙың берәйһен генә айырып әйтеп булмай. Һәр береһе үҙ эшен – яҙғы сәсеү мәле етһенме, бесән әҙерләү, урып-йыйыу ваҡыты булһынмы, эшсе ҡулдар баҫыуҙан, ялан-ҡырҙарҙан ҡайтып инмәй. Шуға күрә улар кәрәк саҡта малсы ла, тракторсы ла, водитель дә булып, ҡушылған бер эштән дә баш тартмай һәм һынатмай көс түгә улар. Йәйге миҙгелдә хужалыҡта 12-14 эшсе эшләй. Урып-йыйыу ваҡытында иһә 5 кеше етә. Ике комбайнер, ике водитель йөрөй. Хужабикә эшселәргә тамағына әҙерләһә, баҫыуға үҙем ташыйым. Улым Радик иһә уң ҡулым. Бәләкәйҙән техника ене ҡағылғандыр уға. Комбайнын да ҡарай, тракторын да йүнәтә, малдарҙы ла ҡарап өлгөрә һәм барлыҡ эшкә сос", - тине  Марат Булатов.

Хәҙер эшеңде алып барам тиһәң, дәүләт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Яғыулыҡ-майлау материалдарына, ҡоролоҡ йылдарында ярҙам итеү, запас частарға төрлө субсидиялар, гранттар ҡаралған. Бары тик үҙеңә генә тырышып эшләргә, көс түгергә кәрәк, шунда уңышҡа өлгәшергә, хеҙмәт емешеңде татырға була. Бынан тыш, тир түгеп башҡарған эшеңде баһаларға, миҙгел һайын ҡотларға онотмайҙар, Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән билдәләп торалар”, - ти ул.

Марат Салауат улы киләсәктә техниканы яңыртыу һәм малды үрсетеү планы менән яна.  Ғөмүмән, йылды яҡшы күрһәткестәр менән тамамалаған "Уфимский+" йәмғиәте бөгөн тотороҡло эшләүсе хужалыҡтар рәтендә булыуы менән иғтибарға лайыҡ. Киләһе йылға ла коллективтың өмөттәре ҙур, ышаныстары яҡты. Уларға малды имен-аман ҡышлатып, алдағы йылдарға уңыштар ғына теләргә ҡала.

 

Автор:Луиза Юлмухаметова
Читайте нас