Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Ноябрь 2023, 15:44

Район хакимиәте башлығы махсус хәрби операцияға юллана

«Мин Өфө дәүләт авиация техник университетында уҡыным, осоу аппараттарының электр ҡорамалдары. Ниһайәт, һөнәрем буйынса эшләрмен», - тип белдерҙе әңгәмәсе.  

Район хакимиәте башлығы махсус хәрби операцияға юллана
Район хакимиәте башлығы махсус хәрби операцияға юллана

Кисә «Тура бәйләнеш» барышында Башҡортостан Башлығы Көйөргәҙе районы хакимиәте етәксеһе Юлай Ильясовтың үҙ теләге менән махсус хәрби операция зонаһына китеүе хаҡында хәбәр итте. Ул үҙ вәкәләттәрен һалды, тиҙҙән юлға сыға. «Башинформ» журналисы менән һөйләшкәндә Юлай Талха улы ни өсөн ошондай ҡарар ҡабул итеүен әйтте.

«Махсус хәрби операция башланғас та ошо хаҡта уйлай башлағайным инде. Ике тапҡыр гуманитар ярҙам менән барып ҡайтҡас, ныҡлы ҡарарға килдем. Бына ноябрҙә барыһы ла хәл ителде», - тине ул.

Юлай Ильясовтың тормош иптәше Лилиә Михайлова Мариуполь ҡалаһында гуманитар миссияны етәкләй, Рәсәйҙең яңы төбәктәре буйлап оҙайлы сәфәрҙә йөрөй. Шуға күрә ул иренең ҡарарын хуплай. Көйөргәҙе хакимиәте башлығы яҡташтарының да рухи яҡтан ярҙамын тойған.

«Аҙаҡҡаса бер кемгә лә әйтмәнем. Был барыһы өсөн дә көтөлмәгән хәл булды. Шылтыратыуҙар һәм хәбәрҙәр яуа башланы. Бөтәһе лә тиҙерәк еңеү менән ҡайтыуҙы теләй. Халыҡтың хуплауы минең өсөн бик мөһим», - тине Юлай Ильясов.

Алғы һыҙыҡта ул авиация разведкаһы менән шөғөлләнергә уйлай.

«Мин Өфө дәүләт авиация техник университетында уҡыным, осоу аппараттарының электр ҡорамалдары. Ниһайәт, һөнәрем буйынса эшләрмен», - тип белдерҙе әңгәмәсе.

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас в