Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Ноябрь 2023, 14:52

Радий Хәбировтан киләһе һайлауҙа ҡатнашыу-ҡатнашмауы хаҡында һоранылар

     

«Ул ваҡытҡа тиклем йәшәргә кәрәк әле. Мин – Путин командаһы ағзаһы, һәм ҡарарҙы иң тәүҙә, әлбиттә, Владимир Владимирович ҡабул итәсәк», — тине Радий Хәбиров. —  Әгәр ул кәрәк тип тапһа, бәлки, бар һәм тағы ла эшлә, тиһә, мин эшләйәсәкмен, һайлауҙарға барасаҡмын. Әгәр башҡа ҡарарҙар булһа, тимәк, беҙ башҡа саралар ҡабул итәсәкбеҙ һәм башҡа урында эшләйәсәкбеҙ. Шуға күрә, әйҙәгеҙ, көтәйек», — тине Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе, Рәсәй Президентын һайлауҙа Владимир Путин еңерме, тигән һорауына яуап биреп, Башҡортостан етәксеһе барыһына ла дәүләт башлығы рейтингын ҡарарға тәҡдим итте һәм Владимир Путиндың алдағы һайлауҙарҙа ҡатнашыуына ышаныс белдерҙе.

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас: