Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Ноябрь 2023, 14:53

Радий Хәбиров Транспорт һәм Ауыл хужалығы министрлығына баҡсасылыҡ ширҡәттәре юлдары мәсьәләһен хәл итергә ҡушты

   

Иглин районының Боланторған ауылында йәшәүсе Елена Ҡалтаева «Төҙөүсе» баҡсасылыҡ ширҡәтендә юлдарҙы төҙөкләндереү тураһында һорау бирҙе. Ҡатын республика етәксеһенә баҡсасылыҡ ширҡәттәренә ярҙам программаһы буйынса ремонтланған юл участкаһы өсөн рәхмәт әйтте һәм юлдар төҙөлөшө дауам ителер, тигән ышаныс белдерҙе.

 

Радий Хәбиров Башҡортостандың Транспорт министрлығына был баҡсаларҙың ҡайҙалығын асыҡларға һәм юлдарҙы яңыртыу буйынса эште дауам итергә ҡушты.

«Тәүге тапҡыр аҡса юлдарҙы төҙөкләндереүгә, электр уты менән тәьмин итеү системаһына һәм сүп-сарҙы ташыуға йүнәлтелә башланы. Баҡса — ул ял да, билдәле бер муллыҡ та, баҡсасылар тапҡан аҙыҡ-түлек тә. Шуға күрә баҡсасылар өсөн был — ысынлап та ҡиммәт. Киләһе йылға ла аҡса бүленде. Әгәр бюджет үҫһә, тағы ла өҫтәйбеҙ. Әммә беҙ бары тик партнер булған баҡсасылыҡ ширҡәттәренә барабыҙ. Йәғни етәксе һайланған, документтарҙа тәртип, электр уты өсөн түләнгән булырға тейеш. Икенсе төрлө әйткәндә, эстә дисциплина булырға тейеш, сөнки баҡса — ул тотош юридик күренеш», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас: