Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Ноябрь 2023, 14:32

Радий Хәбиров Башҡортостан халҡына яугир-яҡташтарына ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәтен белдерҙе

   

Радий Хәбиров Башҡортостан халҡына яугир-яҡташтарына ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәтен белдерҙе
Радий Хәбиров Башҡортостан халҡына яугир-яҡташтарына ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәтен белдерҙе

«Тылдағы кешеләр ҙә батырлыҡ ҡыла. Был – беҙҙең тылдағы армия. Бөгөн Башҡортостанда йәшәүселәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерәм. Был – киң таралған күренеш, оло йәштәгеләр ҙә, йәш ҡыҙҙар ҙа — барыһы ла маскировкалау селтәрҙәре бәйләй. Махсус операция биләмәһендә ҡайҙа барһаң да, күрәһең, барыһы ла маскировкалау селтәрҙәрендә. Сөнки дошмандан йәшеренергә кәрәк һәм уны күпме ебәрһәк тә, улар һәр ваҡыт яугирҙарыбыҙға кәрәк буласаҡ», — тине Радий Хәбиров Башҡортостандағы Ватан яугирҙәре ғаиләләре комитеты етәксеһе Эльвира Мацкевичтың Башҡортостан хәрбиҙәренә гуманитар ярҙам күрһәтеү хаҡындағы һорауына яуап биреп.

Башҡортостан башлығы йөк ташыу буйынса логистиканың һәйбәт ойошторолоуын билдәләне. Красный Лучҡа һуңғы сәфәре барышында ул бөтә гуманитар ярҙам йыйылған келәттә була. Ул шулай уҡ, гуманитар ярҙам ебәреү дауам итәсәк һәм махсус операция тамамланғас ҡына туҡтатыласаҡ, тип өҫтәне.

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас в