Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Ноябрь 2023, 14:58

Радий Хәбиров Алексеевканан Өфөгә күпер төҙөү өҫтөнлөклө бурыс булыуын билдәләне

   

Кисә «тура бәйләнеш» барышында Башҡортостан башлығына Алексеевка шоссеһында һәм Затон күперендә тығындар булыуына борсолған Ленин районы халҡы мөрәжәғәт итте. Атап әйткәндә, уларҙы Өфөнөң Төньяҡ өлөшөн Алексеевка менән тоташтырыусы күпер төҙөлөшө ҡыҙыҡһындыра. Радий Хәбиров, ысынлап та, бындай идея күптән бар ине һәм ул әле проектлау стадияһында, тип таныны.

«Беҙ хәҙер күпер төҙөү буйынса бик әүҙем диалог алып барабыҙ. Әлеге хәлдә ҙур федераль аҡсаға өмөт итә алмауыбыҙҙы барыһы ла аңларға тейеш. Ә был 20 миллиард һумдан кәм түгел. Шуға күрә беҙ шәхси компаниялар менән дәүләт-шәхси партнерлыҡ сиктәрендә күпер төҙөү тураһында һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Был - беҙҙең өсөн таныш тарих. Көнсығыш күперҙе беҙ дәүләт-шәхси партнерлыҡ сиктәрендә эшләйбеҙ, барыһы ла килеп сыға. Эйе, ниндәйҙер аҡса түләргә кәрәк. Әммә һәр хәлдә беҙ транспорт артерияһын эшләйәсәкбеҙ. Шуны әйтергә теләйем: был - өҫтөнлөклө бурыс, Интернациональ урам аша күпер беренсе урында тора. Унда уны эшләргә кәрәк, сөнки ул тотош ҙур биләмәне үҫтерәсәк», — тип яуапланы Радий Хәбиров.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас: