Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Ноябрь 2023, 17:00

Иң күп мәғлүмәт һөжүме Башҡортостанға тура килә: Радий Хәбиров

   

Республиканың төп байлығы – конфессия-ара һәм милләт-ара татыулыҡ.

Башҡортостан Башлығы «Тура бәйләнеш» барышында билдәләүенсә, шуға ҡарамаҫтан, ошо байлыҡты һаҡлау өҫтөндә даими эшләргә кәрәк. Дағстанда аэропортты баҫып алыуҙа бер төркөм белдекһеҙҙәрҙең ҡатнашы бар.

«Дағстан – лайыҡлы, көслө патриоттар йәшәгән һоҡланғыс төбәк. Бөгөн мәғлүмәт һөжүменең күбеһе Башҡортостанға, шул иҫәптән миңә тура килә. Дағстанда булған хәл бер телеграм-каналдың хәлде нисек бороп ебәрә һәм бының ниндәй ҡурҡыныс эҙемтәләргә килтерә алыуын күрһәтте. Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн айырыуса Башҡортостанға, шул иҫәптән миңә ҡаршы мәғлүмәт һөжүме алып барыла. Көслө  һөжүм бара, ул яҡта ла аңра кешеләр ултырмай бит. Украинаның элекке оборона министрының башҡорттар, татарҙар, рустар араһында низағ тыуҙырырға теләгән хатын хәтерләйһегеҙ бит. Уларҙың эше бер секундҡа ла туҡтамай», - тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Палестина халҡына 20 тоннанан ашыу гуманитар ярҙам һәм 1,5 миллион һумдан ашыу йыйҙы, тип билдәләне республика етәксеһе.

«Әле Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы менән һөйләшеүҙәр алып барабыҙ, сөнки иң ҙур проблема - йөк алып барыу. Беҙ ҡасаҡтарға үҙебеҙҙең биләмәне тәҡдим иттек. Шулай дөрөҫ булыр», - тине Радий Хәбиров.

 

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас: