Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Ноябрь 2023, 15:51

Белореттың 8-се мәктәбен капиталь ремонтлау эштәре йыл аҙағына тамамлана

  

Белореттың 8-се мәктәбен капиталь ремонтлау эштәре йыл аҙағына тамамлана
Белореттың 8-се мәктәбен капиталь ремонтлау эштәре йыл аҙағына тамамлана

«Тура бәйләнеш» барышында Белорет ҡалаһының 8-се мәктәбе ата-әсәләр комитеты Башҡортостан Башлығы менән бәйләнешкә сыҡты. Улар Радий Хәбировты капиталь ремонттан һуң белем биреү учреждениеһын асыу тантанаһында ҡатнашырға саҡырҙы.

Радий Хәбиров республика буйлап тәүге сәфәрҙәренең береһендә үк ошо мәктәпкә барыуын хәтеренә төшөрҙө.

«Ул бик насар торошта ине. Ремонт оҙаҡҡараҡ һуҙылды. Декабрь аҙағына барыһы ла әҙер булыр тип ышанабыҙ. Милексе менән бер проблема бар, беҙ тышта спорт майҙансығын төҙөргә уйлайбыҙ. Әммә был мәсьәләне хәл итербеҙ. Графигымды ҡарармын һәм белем усағын асыу тантанаһында ҡатнашырға тырышырмын», - тине Радий Хәбиров.

Әйткәндәй, башта мәктәп 300 урынға иҫәпләнгәйне, капиталь ремонттан һуң бында  800-гә яҡын бала уҡый аласаҡ. Шулай уҡ хәҙер мәктәптә скалодром менән спорт залы ла бар.

 

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас в