Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Ноябрь 2023, 12:12

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров МХО зонаһына ни өсөн барыуы хаҡында һөйләне

   

Радий Хәбиров махсус хәрби операция үткәреү зонаһына сәфәрен бай һәм һөҙөмтәле тип иҫәпләй. Был хаҡта Башҡортостан башлығы бөгөн «тура бәйләнеш»тә хәбәр итте. Республика етәксеһенән Донбассҡа көтөлмәгән командировканың нимә менән бәйле булыуы тураһында һоранылар. Радий Хәбиров быны хәүефһеҙлек сәбәптәре менән аңлатты.

«Беҙҙең подразделениелар күп йүнәлештәр буйынса таралған. Кемделер күрҙем, кемделер юҡ. «Башҡортостан» полкы командиры менән осраша алманым, сөнки килеп еткән мәлдә полк һөжүмгә күсте. Ауыр операцияны лайыҡлы үткәрҙек. Красный Лучта эшләгән табиптарыбыҙ менән дә осраштыҡ. Уларҙың ҡайһы берҙәре 6-7 ай эшләй. Табиптар миңә, әгәр улар яңы йыл байрамдарына ҡайтһа, унда тәүге звено емереләсәк, тине. Унда тейешле класс белгестәре юҡ. Табиптарыбыҙҙы бик хөрмәт итәләр һәм яраталар һәм рәхмәт әйтәләр», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас: