Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Ноябрь 2023, 14:50

Башҡортостан Башлығы ни өсөн башҡорт батальондарын ойоштороуҙы хуплауын әйтте

     

Башҡортостан Башлығы ни өсөн башҡорт батальондарын ойоштороуҙы хуплауын әйтте
Башҡортостан Башлығы ни өсөн башҡорт батальондарын ойоштороуҙы хуплауын әйтте

Махсус хәрби операция ветераны, Көйөргәҙе районы Советы депутаты Владимир Хлынцев республика Башлығы Радий Хәбиров менән «Тура бәйләнеш» барышында башҡорт батальондарына төбәк ярҙамы тураһында һорау бирҙе:

«Тәүҙә мин һеҙгә генерал Шайморатов ордены өсөн рәхмәт әйткем килә. Мин хәрби летчиктың улы, олатайым һуғышта ҡатнашҡан, ҡарт олатайым өс һуғышты үткән. Мин үҙем Рәсәй Ҡораллы көстәре сафында, ГРУ спецназында хеҙмәт иттем. Махсус хәрби операция башланғас, ситтә тороп ҡала алманым, уҙған йылдың март-апрель айҙары ине. Документтарымды йыйҙым да фронтҡа киттем. Ул ваҡытта башҡорт батальондары төҙөлмәгәйне әле. Төбәк батальондарын ойоштороу, минеңсә, бик дөрөҫ ҡарар. Был республика етәксеһенең үҙ яугирҙәре тураһында яуаплылығы хаҡында һөйләй. Яҡташтарҙың бер-береһенә терәк булыуы ла кәрәк. Был фронтта бик мөһим. Бөгөн Башҡортостан хәрбиҙәренә ҙур ярҙам күрһәтелә. Был иһә һеҙҙең хеҙмәтегеҙ. Мин, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыуҙан тыш, күпмелер ваҡыт Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларында йәшәнем. Уларға республикабыҙҙан нисек ярҙам итеүҙәрен күрҙем. Улар быны ҡәҙерләй. Һеҙгә шундай һорауым бар: «Ни өсөн һеҙ тап ошо юлдан барырға булдығыҙ? Йәғни исемле батальондар ойоштороуҙы хупланығыҙ?»

 
 
Махсус хәрби операция ветераны, Көйөргәҙе районы Советы депутаты Владимир Хлынцев
Фото:Махсус хәрби операция ветераны, Көйөргәҙе районы Советы депутаты Владимир Хлынцев

Әлеге тәҡдимде республиканың ветерандар һәм хәрби туғанлыҡ ойошмалары индерҙе, тип яуапланы Радий Хәбиров.

«Үҙегеҙ ошо һорауға яуап бирҙегеҙ инде. Батальондар төҙөй башлағанда, беренсенән, республиканың өҫтәмә ярҙам саралары күрһәтеү мөмкинлеге булыуынан сығып эш иттек. Белеүегеҙсә, беҙ тәүлегенә һәм бер тапҡыр бирелә торған аҡса түләйбеҙ. Икенсенән, бер йыл самаһы элек мин хатта Оборона министрлығына батальондарҙы кем етәкләйәсәген һорап мөрәжәғәт иттем. Сөнки етәксенең ниндәй булыуы беҙҙең өсөн бик мөһим ине. Өсөнсөһө, әлбиттә, үҙ-ара ярҙам. Мобилизацияланған егеттәребеҙҙең тап ошондай йыйылма, башлыса Башҡортостан яугирҙәре хеҙмәт иткән полктарға эләгеүенә шатмын. Логистика буйынса ла еңел: йәғни беҙ полкка киләбеҙ ҙә кәрәк-яраҡтарҙы бер урында ҡалдырып китәбеҙ. Әгәр яугирҙәребеҙ төрлөһө төрлө яҡҡа һибелһә, бик ҡатмарлы булыр ине. Шуға күрә беҙ шундай ҡарар ҡабул иттек».

Шулай уҡ «Башинформ» сайтында «Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән «Тура бәйләнеш»тең текст трансляцияһын уҡығыҙ.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-11-29/glava-bashkirii-otvetil-pochemu-podderzhal-sozdanie-bashkirskih-batalonov-3544232

 
 
Олег Яровиков
Фото:Олег Яровиков
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас в