Әле барған "тура бәйләнеш" барышында Башҡортостан Башлығына Өфө циркының яҙмышы тураһында һорау бирҙеләр.
Башҡортостан башлығы Өфө циркының 2015 йылда ябылыуын белдерҙе. Ул, цирк федераль учреждение булғанлыҡтан республика бюджетынан аҡса бүлеү мөмкин түгел, тип һөйләне. Проект бюджеттан тыш аҡсаға эшләнә. Өфө циркы мәсьәләһе хаҡында ил Президентына еткерҙек, тип билдәләне республика Башлығы.