Яңылыҡтар
22 Ноябрь 2023, 06:31

Хәйбулла уңғандарына юл асыҡ

“Эшҡыуарлыҡ сәғәтен”дә өс проект ҡаралды

Хәйбулла уңғандарына юл асыҡХәйбулла уңғандарына юл асыҡ
Хәйбулла уңғандарына юл асыҡ

Аҡъярҙан Филүзә Ҡыуатова 10 йылдан ашыу хәләл ит  һатыу менән шөғөлләнә. 

Яңыраҡ ул  бәләкәйерәк   сауҙа павильоны һатып алған һәм  ер участкаһын рәсмиләштереү,  һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһе менән мөрәжәғәт итте.   Әңгәмә барышында, Филүзә Ҡыуатоваға  муниципаль программа сиктәрендә сығымдарҙың бер өлөшөн кире ҡайтарыуға документтар тапшырырға кәңәш ителде. Бынан тыш,  АСПК линияһы буйынса финанс ярҙам программаһында ҡатнашыу мөмкинлеге тураһында аңлатма бирелде.

Аҡъярҙан Филүс Салищевты хыялы—Йәнтеш ауылында  ял базаһын асыу. Бының өсөн ул ер участкаһы ла алған. Хәҙер скважина бырауларға, участкаға һыу үткәрергә һәм  төрлө саралар һәм тантаналар үткәрергә 150 кеше һыйҙырырлыҡ шатер ҡуйырға планлаштыра. Шулай уҡ база территорияһында  ял итеү өсөн 5 йорт һәм балалар майҙансығы ҡуйыласаҡ. Әлеге ваҡытта  ял итеүселәргә уңайлы булһын өсөн базаға бара торған юлды төҙөкләндереү мәсьәләһе тора.

Ә бына  тәжрибәле автомеханик Йәмил Ишкилдин  СТО асырға теләй. Бының өсөн тәү сиратта ер участкаһы алырға кәрәк. Әлеге ваҡытта ул  АСПК программаһы буйынса финанс ярҙам алыуға конкурста ҡатнашыу өсөн документтар тапшыра

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас