

Муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Динислам улы был турала үҙ сәхифәһендә яҙҙы:
-- Бөгөнгө көн осрашыуҙарға бай булды. Ҡыҫҡа сроклы отпускыға ҡайтҡан өс СВО яугиры беҙҙә ҡунаҡта булды. Сәй өҫтәле артында “Башкир”, “Вечный” һәм “Беркут” үҙҙәренең хәрби хеҙмәте тураһында һөйләне. Тағы ла улар күтәргән һәм борсоған мәсьәләләр буйынса фекер алыштыҡ.
Бөгөнгө көндә барлыҡ көстө егеттәргә мөмкин тиклем күберәк ярҙам итеүгә йүнәлткәнбеҙ. Был осрашыуҙа ла яугирҙарҙың ни тиклем көслө рухлы патриот булыуҙары рухландырҙы, ғорурландым.