Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Ноябрь 2023, 14:59

Башҡортостанда хеҙмәт хаҡы минимумы билдәле булды

-

Башҡортостанда хеҙмәт хаҡы минимумы билдәле булды
Башҡортостанда хеҙмәт хаҡы минимумы билдәле булды

2024 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостанда эш хаҡы район коэффициенты менән бергә кәмендә 22 128 һум була, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан дәүләт хеҙмәт инспекцияһынан.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Дәүләт Думаһы өсөнсө, һуңғы уҡыуҙа 2024 йылдың 1 ғинуарынан минималь хеҙмәт хаҡы күләмен айына 19 242 һумға тиклем арттырыу тураһында закон проектын ҡабул итте.

«Рәсәйҙең Хеҙмәт кодексында билдәләнеүенсә, эш биреүселәр МРОТ кимәленән аҙыраҡ хеҙмәт хаҡы түләргә тейеш түгел, — тине Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе урынбаҫары Оксана Ванскова. — 2023 йылда республикала был сумма — 18 678 һум».

https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-11-20/nazvan-zarplatnyy-minimum-v-bashkirii-s-uchetom-novogo-mrot-3528097

Автор:Галина Бахшиева
Автор:
Читайте нас: