Өфөлә махсус операцияла ҡатнашыусыларға бер тапҡыр бирелә торған 100 мең һумлыҡ өҫтәмә түләүҙең ғәмәлдә булыу ваҡыты 2023 йылдың 1 декабренә тиклем оҙайтылды, тип хәбәр итә баш ҡала хакимиәте. Һүҙ Рәсәй Ҡораллы Көстәре менән контракт төҙөгән хәрбиҙәр тураһында бара.
Әлегәсә Ҡаланы үҫтереү йәмәғәт фондының ярҙам сараһы 23 октябрҙән 15 ноябргә тиклем ғәмәлдә ине. Муниципалитет хакимиәте мәғлүмәттәре буйынса, сумма меценаттар аҡсаһынан түләнә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылдың октябренән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға аҡсалата минималь түләү 210 мең һум тәшкил итә. «Башинформ» яҙғанса, Башҡортостандың ирекле батальондары яугирҙәренә өҫтәмә ярҙам саралары бар. Мәҫәлән, әгәр хәрби 180 көн хеҙмәт итһә, республика уға 200 мең һум аҡса бүлә. 2023 йылдың ғинуарында республика етәксеһе Радий Хәбиров ошондай указға ҡул ҡуйғайны.